Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 14:35

Радий Хәбировтың республика райондарына быйылғы эш сәфәре Тәтешле районынан башланды

Республика етәксеһе тәүҙә Иҫке Күрҙем ауылында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты.

Бина ҡороу өсөн 94,5 млн һум аҡса республиканың Социаль маҡсатлы программалар фонды аша бүленгән. Төҙөлөштө быйыл июль айында тамамларға ниәтләйҙәр. "БНЗС" трестының 15-се төҙөлөш фирмаһы етәксеһе Әлтәф Хәсәнов Радий Фәрит улына балалар баҡсаһы бинаһында физкультура, музыка залы, медицина һәм аш-һыу блогы урынлашасаҡ тип белдерҙе. Проект буйынса бында ике функциональ зона буласаҡ. Уйын өлөшөндә күләгә япмалары ҡуйыласаҡ, икенсеһе хужалыҡ зонаһы ителәсәк. Төҙөүселәр әле стеналарҙы ҡора.
Бығаса ауыл балалары 1985 йылда уҡ ҡоролған бинала шөғөлләнгән. Ул заманса талаптарға яуап бирмәй. Ашарға әҙерләү өсөн айырым блок бар, унда урындағы аҙыҡ-түлекте ҡулланалар. һөт ризығын район үҙәгенән, урындағы һөт комбинатынан килтерәләр.

Фото: ИА "Башинформ"
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: