Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 13:10

Бәләне эткә япһарырҙармы?

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бер уҙаман миҫалында миллион һум аҡса аяҡ аҫтында туҙып ятмауын, мәгәр эт ояһында һаҡланыуы ихтималлығын аңғартҡайныҡ инде.

Мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә полицияға 45 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Эшҡыуар әйтеүенсә, уның аҡса һаҡлай торған йәшерен урынынан 1,1 миллион һум аҡса юғалған. Хәүефһеҙ урын тигәне иһә... эт ояһы булып сыҡҡан. Тик шуныһы: Яңы йыл байрамдарын эшҡыуар бик ихлас байрам иткән, эт ояһындағы байлығын тикшерергә ваҡыты булмаған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене эҙләргә тотонғас, был серле тарихтың яңы үҙенсәлектәре асыла башлаған. Беренсенән, ир ысын күңелдән ғәжәпләнә: уның уҫал этенә кем яҡын барырға йөрьәт иткән? Һәр эт, сит кеше йорт биләмәһенә яҡынлай башлау менән өрөргә тотона, ә уның янына барыу ҡот осҡос шау-шыу тыуҙырырға тейеш һымаҡ.
Икенсенән, коттедж ихатаһында сит эҙҙәр булмаған, хоҡуҡ һаҡлау органдары ни бары ике шикле сепрәк киҫәген генә тапҡан (фотонан күренеүенсә, эшҡыуар ҙур участкала иркен йорт һәм башҡа хужалыҡ ҡоролмалары төҙөгән). Әллә Яңы йылды ихлас байрам иткән хужа 1,1 миллион һумын икенсе урынға йәшергәнен оноттомо икән? Ә бәлки оялағы байлыҡҡа этте яҡшы белгән эшҡыуарҙың яҡындары айыу майы һөрткәндер – бындай фараз да бар.
Ҡыҫҡаһы, эттең барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә теле генә юҡ... Шуға хоҡуҡ һаҡлау органдарының һығымтаһын көтәйек.
Фото: s16.stc.all.kpcdn.net
Читайте нас: