2019 йылдың һуңғы көнөндә Өфөнән 16 пар, Стәрлетамаҡтан 8 пар үҙҙәренең никахын теркәгән. Райондар араһында иһә Иглин районы беренсе урында килә. Бында яңы биш ғаилә барлыҡҡа килгән. Ә Юлиә Бәҙретдинова менән Дмитрий Емелев никах теркәү тантанаһына Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай костюмында килгән