Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2020, 14:47

Аҡыллы ҡорамал ҡайтарылды

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының төҙөлөш барған Яңы Учалы ер аҫты руднигына интеллектуаль программа менән тәьмин ителгән Sandvik DD311 быраулау ҡорамалы ҡайтарылды.

Яңы машина быраулау-шартлатыу эштәрендә техник-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртасаҡ, тип күҙаллана. Ул скважиналарҙы теүәл бырауларға форсат бирә, был иһә шартлатҡыс материалдарҙы һәм быраулау ҡорамалдарын экономиялаясаҡ, эшселәрҙең эшен еңеләйтәсәк.
“Аҡыллы” быраулау машинаһын сафҡа индерер алдынан эшселәр ҡоролманың төҙөлөшөн ентекле өйрәнде, техник ҡағиҙәләр менән танышты.
Фото: УТБК сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: