СИЗО камераһы карауаттарының береһендә Стивен Кингтың “Темная башня” китабы ята. Илдең иң билдәле кассиры Луиза Хәйруллина шуны уҡый икән.
Луиза журналистар менән үҙен тыныс һәм тотанаҡлы тота. Һорауҙарға яуаптары ла башлыса “эйе” менән “юҡ”тан ары китмәй. Ғөмүмән, Луиза шундай холҡо менән хәтерҙә ҡалған. Үҙен ҡулға алған саҡта ла, судтар барышында ла ул һәр саҡ тыныс булды. Аралашырға ла бик теләге юҡ уның. Ноябргә тиклем бөтөнләй бер һүҙ әйтмәй ине, аҙаҡ ҡына тәфтиш менән хеҙмәттәшлек итергә ризалашты. Бында ла балаларынан айырылыу сәбәпсе булғандыр. Ул саҡта Луиза аҡса урлағанын таныны һәм ире Мараттың ҡомарлы уйындар уйнағанын дәлилләне.
Был яңғырауыҡлы эш буйынса тикшереү әле һаман дауам итә. Луиза изоляторҙа, аҡсаны тотоноп бөткән Марат өйҙә арест аҫтында. Балалар иһә олатаһында - Луизаның атаһында йәшәй.
“Ғәйепле төп кеше өйҙә, ә ҡыҙым изоляторҙа. Бөтә нәмә Марат арҡаһында сыҡҡан бит. Ғәҙелһеҙлек, тик нимә генә эшләйһең инде?” – ти был турала Луизаның атаһы Рәмил Мулләхмәтов.
Луиза тәфтиш дауам иткәнсе, 29 ғинуарға тиклем, СИЗО-ла ултырасаҡ, ире 27 ғинуарға тиклем өйөндә арест аҫтында. Ҡатындың ғәйебе танылған хәлдә, ул ун йылға тиклем төрмәгә ултырасаҡ.