Орджоникидзе урамындағы магазин закон менән тыйылған ваҡытта – киске сәғәт 10-дан һуң – йәштәргә араҡы һатҡан. Йәш гвардиясылар кибеткә тәртип һаҡсыларын саҡырта. Туҡталыштағы магазинды тикшереү барышында спиртлы эсемлектәр табылған. Шешәләрҙең бер өлөшөнән акциз маркалары йыртып алынған, тимәк, был алкоголь ялған. Рейд барышында һыра, араҡы һәм шампан шарабы – йәмғеһе 400-ҙән ашыу берәмек тауар – тартып алынған.
Фурманов урамындағы аҙыҡ-түлек магазинын тикшереү һөҙөмтәһендә тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөлдө. Магазиндың лицензияһы булмай сыҡты. Уның ҡарауы, ялған алкоголде һатып алыусылар уны сауҙа нөктәһе биләмәһендә үк эскән. Тәртип һаҡсылары унда суррогат араҡы тапты. Һөҙөмтәлә һатыусыға ғына түгел, шулай уҡ араҡыны магазин эргәһендә эскән кешеләргә ҡарата ла протокол төҙөлдө.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” төбәк партияһы сайтынан