Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 13:43

Өфөнән Италияға тура осасаҡбыҙ

Башҡортостан күрше һәм алыҫ илдәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙы дауам итә. Был авиарейстарҙа ла күренә. Тиҙҙән "Өфө" халыҡ-ара аэропортынан тағы бер яңы маршрут асыла.

Пассажирҙар - бизнес вәкилдәре, туристар - өсөн Евросоюз дәүләттәренә лә авиарейс асыу ихтыяжы бар. Сөнки республикабыҙ һәр яҡлап хеҙмәттәшлеген киңәйтә, сәйәхәттә йөрөргә теләүселәргә лә шарттар булдыра.
БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, киләһе йылдан Өфөнән бер нисә йүнәлешкә яңы осоштар ойоштороласаҡ.
Уның һүҙҙәренсә, Италия, Ҡытай, Ҡаҙағстан һайланған. Был илдәргә Башҡортостандан ғына түгел, ә беҙҙең күрше төбәктәрҙән дә осорға теләүселәр етерлек.
Беләһегеҙ, былтыр йәй генә Австрияның баш ҡалаһына тура авиарейс асылғайны. Ошо көндәрҙә Әрмәнстандың баш ҡалаһына тура рейс 30 мартта асыласаҡ, тип хәбәр ителде.
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: