Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 13:45

Ишле ғаиләләр өсөн махсус туҡталҡалар булырмы?

“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров партияның Өфөләге йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Парламентарийға күп балалы атай бер нисә тәҡдим индерҙе. Ул йорттар ихатаһында ишле ғаиләләр өсөн туҡталҡалар бүлергә кәрәк тигән фекерҙә. Әле иһә махсус урындар инвалидтар өсөн генә ҡаралған. Рөстәм Әхмәҙинуров был идеяны хупланы: тәҡдим закон сығарыу эшендә сағылыш табасаҡ.
"Был мәсьәләне беҙ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов менән дә тикшерҙек. Яҡын арала Дәүләт Думаһы депутаттары менән “түңәрәк өҫтәл” ойошторорға ниәтләйбеҙ", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова.
Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, ишле ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат иткән закон проекты кәрәк. Был мәсьәләне лә депутаттар менән тикшереү зарурлығы бар.
Фото: bashkortostan.er.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: