Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 15:00

Мутлашыусылар аҡса урлап ҡына ҡалмай, ҡорбанының “мин-минлеге”нә лә “тондора”

Яңыраҡ ҡына “Бәйләнештә”ге сәхифәмә инә алмай бер булдым.

Телефонымдан автоматик рәүештә (һәм күбебеҙҙең дә шулай, килешәһегеҙме), паролһеҙ-ниһеҙ инеп була ине. Аптырайым. Янымдағы кеше, бөттө башың, һине “емергәндәр”, тигәс, тертләп тә ҡуйҙым. Йәһәт кенә ватсап статусына белдереү элеп ҡуйҙым да, сәхифәмде тергеҙә башланым. Ватсаптан байтаҡ кеше хәбәр ебәрә, кемеһелер әрләй, кемеһелер, шикләнгәйнем, ти. Сәхифәне “терелтеп” инеүемә ни күрәм? Йәнәһе лә, банктан ниндәйҙер аҡса отҡанмынмы, алғанмынмы, ни булһа ла, әйҙәгеҙ, минең арттан, тик торғанда байырһығыҙ! Унда ла “Бәйләнештә”ге дуҫтарымдан байтаҡ сәләм йыйылғайны. Кемгә ҡыҙыҡ, сәхифәмә инеп уҡырһығыҙ.



Ә бөгөнгө һүҙ тап ана шулар – бур һәм ҡараҡтар, мутлашыусылар тураһында. Әйтергә кәрәк, улар, үкенескә күрә, бик һөҙөмтәле эшләй. Мутлашыусыларҙың эш схемаһы: иң тәүҙә улар көсөргәнеш, паника тыуҙыра, хәүефләндерә: кеше ҡапыл албырғап, юғалып ҡала, ҡурҡа. Һәм улар йыш ҡына кисен йә иһә төндә шылтырата. Ә төнгө шылтыратыуҙар, иҫебеҙгә төшөрәйек әле, беҙҙә нимә менән ассоциациялана? Бөтә әҙәм йоҡлаған ваҡытта бәлә, ҡурҡыныс хәл тыуһа ғына бер-беребеҙҙе борсойбоҙ, шулай бит? Бындай мәлдә кеше үҙенә терәк һәм таяныс эҙләй. Һәм был ролде, тәбиғи, мутлашыусы үҙ өҫтөнә ала. Мутлашыусы “ҡорбанға” етди күрһәтмәләр бирә: бер нисә операция атҡарырға, хәүефһеҙлек хеҙмәткәренә ниндәйҙер шәхси мәғлүмәттәрҙе еткерергә һәм һеҙҙең аҡса ҡотҡарылды!


Киләһе сағыштырыуым тап килер һымаҡ: мәҫәлән, һеҙ урманда аҙаштығыҙ ҙа, ни ҡылырға, ҡайҙа бәрелеп-һуғылырға белмәй, аптырауға, ҡурҡыуға ҡалдығыҙ, ти. Ошо урында яңыраҡ ниндәйҙер йыртҡыстар йөрөгәнен ишеткәнһегеҙ... һәм бына урмансы килеп сыға ла ышаныслы рәүештә ҡотолоу юлын тәҡдим итә. Ул һеҙгә урмандан сығыу юлын аңлата: ҡурҡмағыҙ, борсолмағыҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, һеҙгә тик анау ҡарағайға тиклем барырға, шунан уң яҡҡа боролорға, шундағы үҙән аша үткәс тә бер километр туп-тура барһағыҙ, ауылға килеп тә сығаһығыҙ, улай ныҡ борсолмағыҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ! Һәм аҙашҡан кеше, әлбиттә, уға эйәрәсәк. Сөнки был әҙәм белгес бит. Шулай булғас, һеҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә, ярҙам да итә!


Мутлашыусы ҡулынан зыян күреү аҡса юғалтыу ғына түгел. Ул – шәхестең күңел торошона, мин-минлегенә лә ҙурҙан “тондороу”. Үҙ сиратында был көслө күңел кисерештәренә – үпкәләүгә, оялыуға, асыу­ға, ғәйепләүгә, үҙеңдең көсһөҙлөгөңә ыша­ныуға килтерә... Кеше үҙен “эшкин­мәгән, аңра, һыумейе, уңмаған” тип әрләй һәм үҙ-үҙен, тирә-яҡта – тик алама, алдаҡсы кешеләр, был тормошта бер кемгә лә ышанырға ярамай, тип ышандыра башлай. Әгәр ҙә кеше ошо хәлгә тиклем дә ике­ләнеүсән булһа, бынан ары үҙенә лә, баш­ҡаларға ҡарата ла ышанысының бөтөнләй юҡҡа сығыуы бар. Бындай тиҫкәре күңел кисерештәре шәхесте дауаханаға тиклем алып барып еткереүе ихтимал.

Мутлашыусылар алһыҙ-ялһыҙ еңел аҡса эшләү ысулдарын эҙләгәндә, беҙ ҙә, һеҙ ҙә һаҡланыу саралары тураһында ҡай­ғыртайыҡсы, зинһар. Киләһе тәҡдимдәрҙе иғтибар менән уҡығыҙ, хатта ҡырҡып алып, күренгән ергә элеп ҡуйығыҙ.


Беренсе. Бер кемгә лә бер ҡасан да үҙегеҙҙең банк картаһының пин-кодын, паролен хәбәр итмәгеҙ. Телефонығыҙға банк хеҙмәткәренән шылтыратыу йә иһә смс хәбәр килгәндә лә, уҡыған-ишеткәнегеҙҙе бер генә секундҡа булһа ла ШИК аҫтына ҡуйығыҙ! Үҙегеҙгә эстән генә: “Ысынмы был хәбәр, ни өсөн мин уға ышанырға тейеш?” – тигән һорау бирегеҙ. һәм кар­тағыҙҙа күрһәтелгән номер буйынса шылтыратып белешегеҙ!

Икенсе. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан ПАУЗА яһағыҙ. Хатта 1-2 минутлыҡ пауза ла һеҙҙең файҙаға буласаҡ. Мутлашыусылар гел генә шунда уҡ ҡарар ҡабул итергә саҡыра, һеҙгә нисек һәм нимә эшләргә кәрәклеге тураһындағы инструк­цияларҙы әйтеп кенә тора – баш тартырға, туҡтарға, уйланырға ваҡыт бирмәй, һеҙҙе “аулай”. Ә кеше тәүге бер-ике аҙымын эшләһә, артабан да инерция буйынса дауам итәсәк. Кемдер килеп бик “яҡшы, арзан, тиҙ генә байыта” торған тәҡдим яһай икән, ошо универсаль тәҡдимде – паузаны ҡулла­нығыҙ. Телефондан булһынмы, кеше һеҙҙең өйөгөҙгә, янығыҙға килеп хәбәрен һөйлә­һенме, һеҙ уйларға, кәңәшләшергә ваҡыт талап итә алаһығыҙ. Быға хоҡуғығыҙ бар!

Өсөнсө. Шундай хәлгә тарыһағыҙ, аралашыуға өсөнсө кешене йәлеп итегеҙ. Сит күҙлектән ҡараған кеше һеҙгә мут­лашыусының баҫымынан йә иһә һөйкөм­лөлөгөнән ҡотолорға ярҙам итер. Әлбиттә, “өсөнсөгә” һеҙ тәфсирләп тороп тәҡдим ителгән “шанс” тураһында һөйләргә тейеш булаһығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар яңғыҙ кешеләрҙе тиҙерәк “эшкәртә”, уларға шаһиттар бөтөнләй кәрәк түгел, шуға тиҙерәк кемделер саҡырығыҙ.


Мутлашыусыларҙың да “һөжүм” яһай торған айырым категория кешеләре бар. Улар – оло йәштәгеләр, үҫмерҙәр, яңғыҙ йәшәгән кешеләр. Әгәр ҙә һеҙ ошо категориянан икән, зинһар өсөн, уяу булығыҙ. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡсы, дуҫтар!



Яңылыҡ авторы: Ә. ИСХАҠОВА
Читайте нас: