Яңы закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән.
Был закон проекты алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙың кире эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән һәм Яңы йыл каникулдарында ваҡлап һатыуға сикләүҙәр индереүҙе күҙ уңында тота. 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу бөтөнләй тыйыла, ә 4 – 6 ғинуарҙа урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 10-дан, төшкө сәғәт 2-гә тиклем генә һатыла.
Яңы закон проекты менән төбәк интернет-порталында танышырға һәм фекр алышыуҙа ҡатнашырға мөмкин.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина