Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 19:20
Өфөлә Miss International Ufa еңеүсеһе асыҡланды
Этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсында Өфө сәнғәт институты студенты Ленария Хәсәнова еңеү яуланы. Ул Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова класында уҡый. Ленария бәйгелә "Ете ҡыҙ" бейеүен башҡарҙы.
Беренсе вице-мисс - Ҡырғыҙстан вәкиле Айназ Усенканова. Икенсе вице-мисс исеменә Ангола ҡунағы Франку Ванда Гизела Албину лайыҡ булды. Сыуаш ҡыҙы Марина Васильева "Мисс Интернет" исеменә лайыҡ булды — уға социаль селтәрҙәрҙә күп тауыш биргәндәр.
"Miss International Ufa" матурлыҡ конкурсында Башҡортостанда йәшәүсе 18-28 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты. Төрлө милләтле 60 һылыуҡай ғариза биргән, 12-һе финалға үтте. Улар Ангола, Һиндостан, Куба, Ҡытай, Әрмәстан, Әзербайджан, Грузия, Ҡырғыҙстан илдәре, рус, башҡорт, татар, сыуаш милләттәре матурлығын һәм мәҙәниәтен күрһәтте.
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l-Miss-International-Ufa-e-e-se-e-asi-landi-13729/
Читайте нас: