Бүләкләү сараһы шағирҙың ижади оҫтаханаһында ойошторолдо. Гранттарҙы фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов тапшырҙы.
— Мостай Кәримдең 100 йыллығын байрам итеү уңайынан төп тантаналар уҙған көндәрҙә киләһе быуын өсөн яҡшы башланғыстар ҡалһын, — тип билдәләне тантана барышында республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова. — Студенттарҙың башҡорт телен, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүе һөйөндөрә. Йәш быуын, ысынлап та, ҡыҙыҡһыныусан. Грантҡа эйә булыусылар менән аралаштым һәм уларҙан башҡорт телен өйрәнеү буйынса балалар өсөн күберәк материалдар эшләүҙәрен һораным.
Әлфиә Кәримова ла телдең, әҙәбиәттең киләсәге йәштәр ҡулында икәнлегенә баҫым яһаны. Гранттар Мостай Кәрим исемендәге фонд тарафынан башҡорт яҙыусыларының ижади мираҫын өйрәнеүсе йәш ғалимдарҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн булдырылған. Улар яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған һәм ижади ҡаҙаныштар өсөн бирелә.
Грант һәм дипломдар алған биш студент араһында райондашыбыҙ, Бигәнәй ауылы ҡыҙы, БДУ-ның магистратура студенты Рәмилә Фәттәхова ла бар.
Рәмиләне мин бер нисә йыл беләм. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ редакцияға беренсе яҙмаларын алып килгәйне. Ул бәләкәйҙән маҡсатына ирешеүсән булып үҫкән, мәктәп уҡыусыһы ғына булһа ла, фекерен теүәл итеп әйтеп бирә ала торғандарҙан булып сыҡты. Хәйер, ул ваҡыттан һуң байтаҡ һыуҙар аҡҡан, ә Рәмиләнең әйтер һүҙе һәр саҡ бар һәм буласаҡ. Әйтер һүҙе булғас, төрлө темаларға яҙылған материалдарын гәзиттәрҙә йыш баҫтыра ул. Уҡыуы журналистика менән туранан-тура бәйле булмаһа ла, “Туған тел”, “ТНВ” каналдарында хәбәрсе булып эшләргә лә ваҡыт таба.
Рәмиләне осраған һайын бер ыңғай яғын асаһың. Йә ул ниндәй ҙә булһа сараны сәхнәнән бик оҫта итеп алып барыусы сифатында, йә үҙе үк сәхнәлә нәҡ артистарса сығыш яһай. Йә ул тел буйынса яҙылған ниндәйҙер эҙләнеүҙәрен бер фәнни хеҙмәт итеп туплаған да, шул эшен яҡлаусы ғалим. Ысынлап та, Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенты булараҡ, Рәмилә Фәттәхова даими уҙғарылған “Заман филологияһының көнүҙәк проблемалары” тип аталған халыҡ-ара конференцияла дүртенсе йыл рәттән I урын яулай. Телде фәнни яҡтан өйрәнеүҙән тыш һәләтле ҡыҙ сәнғәтле уҡыу конкурстарында ла йыш ҡатнаша. Ҡатнашып ҡына ҡалмай, һәр саҡ призлы урындар алыуға ирешә. Мәҫәлән, “Тыуған яҡ”, “Минең һүҙ” кеүек юғары уҡыу йорттары араһында үткән бәйгеләрҙә лә гел I урын яулаған ул. Уҡыуында ла бары тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, университеттың барлыҡ йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша.
Рәмилә шәп фотограф та. Ул төшөргән тәбиғәт күренештәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Фотограф ҡына түгел, фоторәссам тип тә атап була уны. Һүрәттәрен социаль селтәрҙәргә ҡуйып, меңләгән кешене таң ҡалдыра. Ә иң-иң яҡшылары әленән-әле республика матбуғатында урын ала. Йыл миҙгелдәренең иң сағыу ваҡыттарын, көн һәм төндөң иң матур мәлдәрен күреп, шул сихрилек һәм гүзәллекте фотоға төшөрөп, кешеләргә һоҡланыу хисе бүләк итергә ашыға ул.
Ғаиләләрендә төпсөк ҡыҙ булған Рәмилә апаһы өсөн дә, атаһы Рәсүл һәм әсәһе Гөлназ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ.