Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 19:20

Асҡында — БСТ

Билдәле тележурналист Гүзәл Хәмитованың киләһе йылдан “Ауылым тарихы” тигән яңы проекты донъя күрәсәк. Ошоға бәйле журналистар райондар буйлап материал йыя. Улар Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ғәниева оҙатыуында районыбыҙҙың Иҫке Ҡаҙансы, Ҡашҡа, Урмияҙ, Ҡубияҙ ауылдарында булды. Урындарҙа ауыл тарихын яҙҙырып, төрлө легенда һәм риүәйәттәр йыйып, урындағы фольклор материалдарын туплап, музей эшмәкәрлеге менән танышалар.

Бөгөн иртә менән улар Иҫке Ҡаҙансыла була. Ҡаҙансы ағинәйҙәре таҡмаҡтар йырлай, “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе Мәмдүнә Зарипова шәжәрә менән таныштыра, ветеран уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ансар ағай Солтанов ауыл тарихын һөйләй, мәктәп директоры Мансур Әлфрис улы музей эшмәкәрлеге менән таныштыра. Иҫке Ҡаҙансынан журналистар бай материал алып ҡайта.
Наилә Имаева.
Читайте нас: