Сарала ҡатнашыусыларҙы диктант яҙыу тәртибе менән Асҡын үҙәкләштерелгән биләмә-ара китапханаһы директоры Фәриҙә Дәүләтшина таныштырып, уңыштар теләне. Артабан залдағыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин сәләмләне һәм был сараның ҙур әһәмиәтен билдәләне. Ришат Марат улы ла райондаштарыбыҙ менән бергә акцияла ҡатнашып, тест һорауҙарына яуап биреп, этнографик грамоталылығын, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһындағы белеме кимәлен баһалай алды.