Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 11:53

Һин дә ирекмән була алаһың

“Торатау” конгресс-холында “3D” – “бәләкәй эштәрҙең” ирекмәндәре” төбәк проектын йомғаҡлау конференцияһы үтте. Сарала республикабыҙҙың 21 районынан вәкилдәр ҡатнашты.

Шул иғтибарға лайыҡ, “3D” – “бәләкәй эштәрҙең” ирекмәндәре” проекты бер йылдан ашыу “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды” тарафынан тормошҡа ашырылды. Маҡсаты – мохтаждарға ярҙам иткән ирекмәндәр командаһын төҙөү.


Проектта бөтәһе 210 ирекмән-мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Улар өс йүнәлеш буйынса изге эштәрҙе бойомға ашырҙы. Беренсенән, ҡыҙҙар һәм егеттәр ауыр тормош хәлендә ҡалған 210 кешене ярҙамдан өҙмәне. Икенсенән, 12 430 кеше өсөн 324 мәҙәни-ағартыу, мәрхәмәтлек сараһы ойошторҙолар. Өсөнсөнән, биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 118 акция уҙғарҙылар.


Конференцияны ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем, уларҙың сафы йылдан-йыл арта, һәр үҫмер изге эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙы үҙенең бурысы һанай.


Автор: Илдар Аҡъюлов

Автор фотоһы.
Читайте нас: