“Күп балалы ғаилә таныҡлығы”н Ҡадыровтарға Асҡын күп функциялы үҙәгендә тейешле документтарҙы тапшырғандан һуң биш көн эсендә эшләп бирәләр. Был документ төрлө ташламаларға хоҡуҡ бирә һәм күп балалы статусын раҫлаусы башҡа документтарҙы алмаштыра, йәки төрлө ойошмаларға мөрәжәғәт иткәндә эште еңелләштерәсәк. Таныҡлыҡта ғаиләнең бар ағзаһы тураһында ла мәғлүмәт күрһәтелгән.