“Йәнтөйәк” район-ара гәзите мөхәррире Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаева баҫма эшмәкәрлеге тураһында һөйләп, уны сығарыу тарихына ла ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Сайт һәм социаль селтәрҙәрҙә алып барылған эш тураһында сайт буйынса инженер Зимфира Тәберис ҡыҙы Нартдинова бәйән итте. Аралашыу ваҡытында студенттар араһында дуҫтарыбыҙ барлығын белеп тә ҡыуандыҡ.