Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 11:39

Үршиҙеләр Илешкә бара

24-25 октябрҙә Илеш районында “Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале ойошторола. Беҙҙең райондан Үршиҙе ауылынан Альбина Насырова етәкселегендәге “Гөлнәзирә” фольклор коллективы ҡатнаша. Улар “Аулаҡ өй” башҡорт йолаһын сәхнәләштерә.

Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлана. Унда үҙешмәкәр коллективтар, ғаилә династиялары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусылар, шулай уҡ саҡырылған артистар ҡатнаша.

Бейеү, вокаль, инструменталь, фольклор төркөмдәре өсөн айырым конкурстар ҡаралған. Фестиваль барышында “Йырсы ауыл” республика конкурсына старт биреләсәк.
Читайте нас: