Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 14:34

Өфө поезы ике кешене тапатҡан

“Өфө – Санкт-Петербург” поезы бер сәғәт эсендә ике Иванов өлкәһе кешеһен бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икеһе лә үлгән.

Бәхетһеҙ осраҡтар йома, 18 октябрҙә була. Тәүге йәйәүле – 85 йәшлек ир “Шорыгино – Савино” аралығында тимер юлы буйлап китеп барған була. Состав машинисы уға тауышлы сигнал бирә, тик пенсионер бар тип тә белмәй. Көслө бәрелеүҙән ир ваҡиға урынында һәләк була.


Бер сәғәт тә үтмәй, икенсе бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Уныһы Шуя станцияһында була. Шәхесе асыҡланмаған ир поезд алдынан йүгереп үтмәксе була, тик көсөн иҫәпләмәй, күрәһең, ул да ауыр состав аҫтында ҡалып һәләк була.


Әле был осраҡтарҙы полиция тикшерә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, состав машинисы ғәйепле түгел, ул кешеләрҙе тапатмаҫ өсөн барыһын да эшләргә тырышҡан.



Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас: