– Мин һеҙгә барырға кәңәш итәм, күңелегеҙҙе таҙартып ҡайтырһығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы ла алығыҙ, улар янығыҙҙа ултырып илап алыр, фильм бик һәйбәт, – тип баһа бирҙе.
Тиҙҙән Ҡариҙел халҡы ла был киноны ҡарап, фәһем алыр, илар әле. Фильм 28 октябрҙә район үҙәгендә 11.00, 12.40, 14.20, 16.00, 17.40 һәм 19.20 сәғәттәрҙә күрһәтелә.