Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 17:59

Балаларҙы сүп-сар өсөн түләүҙән азат итерҙәрме?

Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙе кәметергә тәҡдим иткәндәр. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә.

Әлеге ваҡытта сүп-сар сығарыу өсөн тариф барыһына ла бер үк: 35 һумдан башланып, төрлө ерҙә төрлөсә.

Балалы ғаиләләр өсөн түләүҙе кәметеү инициативаһы менән сығыш яһаусылар уны өс йәшкә тиклемге балаларға бөтөнләй бөтөрөргә, ә мәктәпкәсә йәштәге балаларға ташлама индерергә, тип тәҡдим итә.

Әммә РФ Хеҙмәт министрлығында ,был инициативаны ҡабул итеү өсөн тәүҙә яңы система буйынса сүп-сар йыйыу инфраструктураһын формалаштырырға, һуңынан ғына граждандарға льготалар булдырыу тураһында уйларға кәрәк, тиҙәр.

Әйткәндәй, Тверь өлкәһендә күп балалы ғаиләләргҙе сүп-сар өсөн түләүҙән азат иткәндәр.




Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Фото: Яндекс

Читайте нас: