Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2019, 17:19

Машинаңды ташлап китмә!

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев урам буйында ташланған транспортты ликвидациялау кампанияһы тураһында һөйләне.

Хәбәр ителеүенсә, 15 муниципалитет биләмәһендә ташлап кителгән транспорт юҡ. Улар араһында Ағиҙел, Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен бар. Ҡалған һигеҙ муниципалитетта 542 ташландыҡ автомобиль асыҡланған. Уларҙың 83 проценты – 452 машина – Өфөлә. Тик “беҙҙә ташланған автомобиль юҡ” тигән муниципалитеттар, бәлки, эшләп еткермәгәндер? Бындай автомобилдәр һәр ерҙә лә бар бит.


Борис Беляев белдереүенә, республикала эвакуацияланған транспорт өсөн 32 махсус туҡталҡа эшләй, Өфөлә улар – бишәү. Тик әлегә уларға алып китеү ойошторолмаған.


Әле ташланған автомобилдәрҙе асыҡлау бара. Бының өсөн уларға “алып ҡуйығыҙ” тигән иғлан эленә, аҙаҡ бирелгән ваҡыт үткәс, уны штраф туҡталҡаһына алып китергә тейештә. Әлегә юридик яҡтан барыһы ла әҙер, тик эш башланмаған. Радий Хәбиров быны тиҙләтергә, ҡышҡы ҡар таҙартыу эштәре башланғансы үтәргә ҡушты.



Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас