Күп фекер алышыу һәм анализдар яһау шуны күрһәткән: беҙҙә төҙөкләндереү, уңайлы йәшәү мөхите булдырыу өсөн ҙур эш башҡарырға кәрәк.
Республика етәксеһе, маҡсатлы йылды ниндәйҙер абстракт әйбергә бәйле итеп түгел, ә аныҡ, халыҡ мәнфәғәттәренә яуап бирерлек булған эшкә арнарға кәрәк, тине.
Шулай итеп, Радий Хәбиров тәҡдименсә, киләһе йылды Республика тораҡ пункттарының эстетикаһы йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтылыҡ, ҡоймалар тип атауыбыҙ ихтимал.
Был йәһәттән ҙур эш башҡарыу талап ителә. Тиҙҙән тейешле указ сығасаҡ.
Радий Хәбиров әҙерлек эштәрен башларға ҡушты. Халыҡ та тирә-йүнде күркәмләндереү буйынса әүҙемлек күрһәтһен ине. Уларҙың башланғыстарына ҡолаҡ һаласаҡтар. Кеше нимәнелер эшләүҙә үҙе ҡатнашһа, ул был эшен һаҡлаясаҡ, тигән ышаныс та бар.