“Башҡортостан Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының барлыҡ проекттарында әүҙем ҡатнаша. Республикаға теге йәки был программалар буйынса 40 миллиард һумға яҡын аҡса килгән, – тине Радий Фәрит улы. – Был – кредиттар, субсидиялар. Беҙ эшкәртеүҙе арттырыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Эшҡыуарҙар тарафынан һөткә ҡарата ла ҙур ҡыҙыҡһыныу бар. Сентябрь указына амбициоз маҡсат ҡуйылды: тауар һөтө етештереү күләмен 1 миллион 200 мең тоннаға тиклем еткереү. Әле ул 700 мең тонна тәшкил итә.