Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 13:09

Ә һеҙ әҙерме?

14 октябрҙә Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатыла.

Яңы башланғыстың өҫтөнлөктәре тураһында күп аңлатылды. Аналог телевидениеһы һүрәт һәм тауыш йәһәтенән күпкә ҡалыша, ҙур йышлыҡ ресурсы талап итә. Һанлы сигнал тораҡ пункттың алыҫлығына, ҙурлығына ҡарамай. Кабель һәм юлдаш операторҙары селтәрен ҡулланыусыларҙан айырмалы рәүештә, һанлы телевидениены һайлаусыларға абонент түләүе юҡ.


“Һан” менән файҙаланған бөтә абоненттарға бушлай 20 телеканал (Беренсе канал, Рәсәй 1, Рәсәй 24, Рәсәй К, Матч, НТВ, 5-се канал, “Карусель”, ОТР, ТВЦ, Рен ТВ, “Спас”, СТС, “Домашний”, ТВ-3, “Пятница”, “Звезда”, “Мир”, ТНТ, Муз ТВ) һәм өс радиоканал бирелә.


Һанлы форматҡа күсеү кабель, интернет-телевидение, IP-ТВ менән файҙаланғандарға йәки юлдаш телевидениеһын тоташтырғандарға ҡағылмай.


Башҡаларға үҙҙәренең телевизорын тикшерергә кәрәк – хәҙерге моделдәр өҫтәмә йыһазландырыу талап итмәй. Әгәр телевизорҙың кинескобы бар һәм алты-ете йыл элек һатып алынған икән, һанлы приставка кәрәк.


Социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән граждандарға – балаға ай һайын пособие һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә түләү алған граждандарға һанлы эфир йәки юлдаш телевидениеһын ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алыуға дәүләт ярҙамы күрһәтелә.


Һанлы эфир алымына күскәндә килеп тыуған бөтә һорауҙар менән “ҡыҙыу линия”ға шылтыратырға мөмкин.


* Һанлы эфир телевизион тапшырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү, телевизион һәм ҡабул итеү ҡорамалын көйләү тураһында мәғлүмәтте 8-800-220-20-02 номерына шылтыратып белергә мөмкин.


* Өйгә юлдаш телевизион ҡо­рамалын алыу һәм ҡуйыу тәртибе хаҡында мәғлүмәтте 8-800-347-00-55 номеры буйынса белергә була (шылтыратыу бушлай).


* Республика бюджеты иҫәбенә һанлы приставкалар һатып алған өсөн компенсация алыу тәртибе тураһында белешеү өсөн (347) 282-40-35 телефонына шылтыратырға кәрәк.


Әйткәндәй, бөгөн “Башинформ”да тап ошо мәсьәләгә арналған матбуғат конференцияһы үтәсәк. Унда респуб­ликаның яңы ағымға күсеү буйынса әҙерлеге ҡараласаҡ, халыҡты борсоған һорауҙарға яуаптар биреләсәк. Сарала Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәкселәре, Рәсәй телерадиотап­шырыуҙар селтәренең Өфө филиалы вәкилдәре, кабель телевидениеһы операторҙары, һанлы ҡорамалдар һатыусы селтәрҙәр ҡатнашасаҡ. Әгәр телевидениеһыҙ ҡалғығыҙ килмәһә, һанлы сигналға көйләнеп өлгөрөргә кәрәк. Бының өсөн ваҡыт аҙ ҡалды.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: