Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 17:13

Хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

Альбирт Ҡәҙимов Петропавловка ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

24 сентябрҙә Петропавловка ауыл Советының беренсе ултырышы үтте. Унда ауыл Советы хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды. Ауыл Советы депутаттары бер тауыштан хакимиәт башлығы итеп әлегә тиклем эшләгән Альбирт Ҡәҙим улы Ҡәҙимовты бер тауыштан һайланы.

Район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Наталья Пушкарева Альбирт Ҡәҙим улын ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүе айҡанлы ҡотланы, ә Альбирт Ҡәҙим улы, үҙ сиратында, депутаттарға Һәм ауылдаштарына

үҙенә күрһәтелгән оло ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе, ауыл биләмәһе һәм уның халҡы хаҡына тулы көсөнә, асыҡ һәм намыҫлы эшләргә вәғәҙә бирҙе.


Читайте нас: