Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 18:17

Фәнил Шәрәфетдинов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде

Фәнил Шәрәфетдинов Солтанбәк ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

Бөгөн, 25 сентябрҙә, Солтанбәк ауыл Советында ла депутаттар беренсе ултырышҡа йыйылды. Унда ауыл Советы хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды. Рәсми сараға район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауылдың кураторы Эльвиза Ғәйзуллина килде.

8 сентябрь — Берҙәм тауыш биреү көнөндә ауыл Советына ете депутат — бишеһе Солтанбәктән, икеһе Сураш ауылынан һайлана. Улар ултырышта күпселек тауыш менән хакимиәт башлығы итеп әлегә тиклем эшләгән Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдиновты һайланы.

Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Фәнил Фәнғәт улын ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүе айҡанлы ҡотланы, ә Фәнил Фәнғәт улы, үҙ сиратында, депутаттарға Һәм ауылдаштарына үҙенә күрһәтелгән оло ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе, ауыл биләмәһе һәм уның халҡы хаҡына тулы көсөнә, намыҫлы эшләйәсәген белдерҙе.





Читайте нас: