Яңылыҡтар
19 Сентября 2019, 13:32

Мортаза Рәхимов: "Радий Хәбиров был вазифаға лайыҡ"

Радий Хәбировтың инаугурацияһы тантанаһында ҡатнашҡан Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһына лайыҡ. Мин уға уңыштар, үҙенең сығышында әйтелгән пландарын тормошҡа ашырыуын теләйем. Минең уйымса, Радий Хәбировтың башланғыстары тормошҡа ашһа, халыҡ бик ҡәнәғәт буласаҡ, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

Радий Фәрит улы һайлаусыларҙың, Рәсәй Президенты һәм үҙенең командаһының ышанысын аҡларға һүҙ бирҙе.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас