Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 13:42

Сентябрь аҙағында республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтә

Башҡортостанда «әбейҙәр сыуағы»на алмашҡа ямғырлы һәм көҙгө һалҡын һауа торошо килде.

Синоптиктарҙың яҡынса фаразы буйынса, алдағы ике аҙнала һауа температураһы көндөҙ +5, +8, төндә 0,+2 градус була.


Көн һайын тиерлек ямғыр яуыуы көтөлә.


17 сентябрҙән 22-һенә тиклем көндөҙгө сәғәттәрҙә йылы һауа торошо һаҡлана: +15, +8 градус, төндә 0, +9 градус.


23 сентябрҙән 26-һына ҡәҙәр һиҙелерлек һалҡынайта: көндөҙ +4, +8, төндә 0, +3 градус.


Сентябрь аҙағында көҙ көнө кеүек һалҡын һәм ямғырлы була, урыны менән ҡырау һәм епшек ҡар фаразлана.

Читайте нас: