Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2019, 13:36

Асҡындар Яҡутов паркында осраша

Иртәгә, 14 сентябрҙә, Өфөлә Иван Яҡутов паркында Асҡын районында тыуғандар менән осрашыу була.

Яҡташтар осрашыуын ойоштороусы Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова әйтеүенсә, иртәгә Өфөгә 15-ләп кеше барыуы күҙаллана.

— Яҡташыбыҙ Иван Яҡутов исемендәге паркта осрашыуҙы сәғәт иртәнге 11-гә планлаштырҙыҡ. Асҡындан Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар ғаиләләре менән, шул иҫәптән Афған һуғышы ветераны Йәүһәт Шәйәхмәтов барырға тейеш. Тәүҙә райондаштарыбыҙҙы Өфөләге Хәрби Дан музейына алып барасаҡбыҙ. Артабан Яҡутов паркында һәйкәл янында яҡташыбыҙҙы иҫкә алып, сығыш яһаясаҡбыҙ.

Осрашыуға күренекле яҡташыбыҙ, танылған рәссам Федор Александрович Кащеев килеүе көтөлә. Уға һорауҙарығыҙҙы биреп, теләктәрегеҙҙе еткерә һәм уның менән фотоға ла төшә алаһығыҙ. Шулай уҡ балалар һәм ололар өсөн төрлө аттракциондар, парк буйлап экскурсия ойоштороласаҡ, — тип яҡташтар осрашыуы тураһында һөйләне Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы.



Читайте нас в