Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 16:18

Күпме теләйһең, шунса йөрө: күпер бушлай!

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙә Бөрө районында Ағиҙел йылғаһы аша түләүле күпер тураһында яҙғаны күптәрҙең хәтерендәлер, моғайын.

Ҡыуаныслы хәбәр: бөгөндән пантон күпер түләүһеҙ буласаҡ. Әлегә тиклем йылға аша сығыу өсөн халыҡ 70 һум түләгән. Әлбиттә, был күптәрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған.


Мәғлүм булыуынса, район ҡарамағындағы күпер бер ойошмаға тапшырылған булған. Ул иһә махсус хаҡ ҡуйып, кеҫәһен ҡалынайтҡан. Былтыр ғына күпер аша 215 мең еңел машина үткән.


Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
Читайте нас: