Сара сиктәрендә “2018 йыл йомғаҡтары буйынса һөнәр оҫтаһы” конкурсына йомғаҡ яһала, республика ветхеҙмәт командалары араһында волейбол турниры үткәрелә. Мәртәбәле ҡунаҡтар — республика Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Әлфәрис Байсурин, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин һәм башҡалар килеүе көтөлә. Сарала барлығы 150-нән артыҡ кеше, шул иҫәптән биш төбәк: Мәскәү, Түбән Новгород, Томск, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайынан вәкилдәр ҡатнаша.