Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2019, 18:36

“Бәхетле сәғәт”те ҡулдан ысҡындырмайыҡ

Беренсе сентябрҙән баш ҡала транспортында “бәхетле сәғәт” ғәмәлгә инә.

“Башавтотранс” автобустарында бер сәғәт эсендә бер тапҡыр “Алға” картаһы менән түләйһең дә бер нисә автобус алмаштыра алаһың. Был ҡала урамдарында йыш йөрөгән, даими автобус алмаштырған кешеләр өсөн айырыуса уңайлы һәм, иң мөһиме, иҡтисади яҡтан файҙалы.


Проектты ғәмәлгә индереү алдынан уны тест режимында һанап ҡарағандар. “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директор урынбаҫары Сергей Паскин белдереүенсә, уҙған йома һәм дүшәмбе көн Өфөлә проект һаналған.


– Йома – 500-ҙән ашыу, дүшәмбе 700-ҙән ашыу кеше “бәхетле сәғәт” менән файҙаланды. Беҙгә алдан һанап ҡарау кәрәк ине, һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәтбеҙ. Бер ниндәй проблема ла булманы. Күренеүенсә, һорау бар, кешеләргә был кәрәк, – тине ул.


Әйткәндәй, проект 1 сентябрҙән башланырға тейеш булһа ла, бөгөндән файҙаланырға була. Барыһы ла эшләй. “Алға” картағыҙ бар икән, алға!


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: