“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы торған ерҙәренең хозурлығын аңлап, матурлыҡты һаҡларға, тағы ла күркәмерәк итеп йәшәү өсөн тырыша бөгөн. Йүнсел хужалар йорттарын ремонтлай, кәртә-ҡураларын да сағыу төҫлө ҡалай менән тотоп ала, ә уңған хужабикәләр ихата һәм баҡсаларында күҙ яуын алырлыҡ гөл- сәскәләр үҫтереп, матурлыҡ өләшә. Ә бит былар барыһы ла тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Әйе, уңған солтанбәктәр бер-береһенә таяныс булып, ярҙам итеп йәшәй. Ата-бабаларҙан ҡалған изге йолаларҙы һаҡлай, ҡәҙерләй. Өй күтәреү булһынмы, һуңғы юлға оҙатыумы – барыһы ла килә.
Ауылда өмәләр ҙә йыш үтә. 21 августа сираттағы өмәгә сыға урындағы халыҡ. Ирҙәр магазин, ҡараусыһыҙ ҡалған йорт тирәләрендәге иҫке кәртәләрҙе һүтеп таҙарта, ҡатын-ҡыҙҙар сүп-сар йыя, сүп үләндәрен саба. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, бергәләп тотонғас, эш ырамлы бара. Артабан да шулай үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәп, тырыш хеҙмәт менән донъяны матурлап, йәшәүҙән йәм табып ғүмер итегеҙ!