Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2019, 11:54

«Көмөш Аҡбуҙат» фестивалендә 48 фильм ҡатнаша

«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола. Уның маҡсаты - милли һәм этник кино төшөргән ижадсыларҙы танытыу.

24 – 27 августта Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» IV Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале үтә. Фестивалдең асыу тантанаһы 24 августта «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында уҙа.

Әйткәндәй, конкурс программаһында фильмдар ике номинацияла: социаль һәм мотивация, милли һәм этник кино йүнәлештәрендә планлаштырыла.

Быйыл «Көмөш Аҡбуҙат»тың йүнәлеше саҡ ҡына икенсерәк: конкурс программаһында социаль, мотивацион һәм милли, этник фильмдар күрһәтеләсәк. Конкурстан тыш, һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән башҡорт, Рәсәй һәм сит ил киноларын күрһәтеү ҡаралған. Шулай уҡ кино сәнғәте буйынса күренекле эшмәкәрҙәр менән осрашыуҙар, «Түңәрәк өҫтәлдәр», күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

«Фестиваль милли кино сәнғәтен үҫтереүгә, фильмдарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыуға ҙур өлөш индерәсәк», - тине Зухра Бураҡаева.

Быйыл жюри ағзаһы – танылған театр һәм кино актеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Шакуров.

Читайте нас: