Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2019, 12:22

Асҡын ҡыҙы Гөлнара Юрина — «Көмөш Аҡбуҙат»тың баш режиссеры

«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола. Уның маҡсаты - милли һәм этник кино төшөргән ижадсыларҙы танытыу», — ти яҡташыбыҙ Гөлнара Рауфан ҡыҙы.

Быйыл «Көмөш Аҡбуҙат»тың йүнәлеше саҡ ҡына икенсерәк: конкурс программаһында социаль, мотивацион һәм милли, этник фильмдар күрһәтеләсәк. Конкурстан тыш, һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән башҡорт, Рәсәй һәм сит ил киноларын күрһәтеү ҡаралған. Шулай уҡ кино сәнғәте буйынса күренекле эшмәкәрҙәр менән осрашыуҙар, «Түңәрәк өҫтәлдәр», күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Читайте нас: