Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 17:38

Борай районында "Йәйғор" республика балалар һәм үҫмерҙәр ижади бәйгеһе уҙасаҡ

15-16 августа Борай районында "Йәйғор" республика балалар һәм үҫмерҙәр ижади бәйгеһе үтә.

Сара етенсе тапҡыр ойошторола. Быйыл ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына арнала. Ижади ярышта 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Улар вокал, хореография, тасуири уҡыу, музыка, оригиналь жанр, цирк, дрессура, акробатика, гимнастика, брейк-данс һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ярыша. Конкурс программаһында жюри һәм балалалар коллективтары етәкселәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл, райондың матур урындары буйлап экскурсия, төрлө күңел асыу саралары ла бар.

Бәйгегә заявкалар һәм видеоматериалдар "Йәйғор" тигән билдә менән [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.

Белешмә өсөн телефон: 8(347) 289-65-50, 8(347 56) 2-12-72.

Читайте нас: