Компания паркын яңыртыу төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йөкләмәһе сиктәрендә дауам итә. Ҙур форматлы 20 «НефАЗ» автобустары баш ҡалаға 15 июлдә килде. Был аҙнала тағы алты яңы ҙур автобус рейсҡа сыҡты. Йыл аҙағына тиклем төрлө ҙурлыҡтағы тағы 350 автобус һатып алынасаҡ.