Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль 2019, 17:37

Илдә ипотека каникулдары тураһында закон үҙ көсөнә инде

Бөгөндән ауыр тормош хәлендә ҡалған рәсәйҙәр өсөн «ипотека каникулдары» тураһында закон үҙ көсөнә инде.

31 июлдән ауыр тормош хәлендә ҡалған, мәҫәлән, эшен юғалтҡан йәки айлыҡ килеме һиҙелерлек кәмегән заемсы банкка мөрәжәғәт итеп, бер ниндәй штрафһыҙ кредит түләүҙе туҡтатып торорға хоҡуҡлы.


Хеҙмәт менән 15 миллион һумдан артмаған кредиттар буйынса ярты йыл файҙаланырға мөмкин. Ошо ваҡытта заемсы аҡса түләүҙәрен туҡтата йәки уларҙың күләмен кәметә ала, тип хәбәр итә «Известия».


Был осорҙа аҡса түләмәү тураһында мәғлүмәт кредит тарихының мәғлүмәт бүлегенә индерелмәй.


Бынан тыш, «ипотека каникулдары» ваҡытында заемсының залогҡа һалынған берҙән-бер торлағын тартып алыу тыйыла.


Читайте нас: