Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «iВолга-2019»-ҙың бүләк фонды 10 миллион һум тәшкил итә. Иң яҡшыларға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар, шулай уҡ форум эше йомғаҡтары буйынса лауреаттарға махсус наградалар тапшырыла, улар араһында Байконурға сәфәр, бөтә Рәсәй мәғариф форумдарында ҡатнашыу һәм башҡалар бар. 30 июлдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығында округтың «iВолга-2019» йәштәр форумын ябыу тантанаһы була.
Быйыл Волга буйы федераль округының Йәштәр форумы яңыса уҙҙы. Фестивалдә ун смена эшләй, уларҙың йөкмәткеһе дәүләт йәштәр сәйәсәтенең стратегик йүнәлештәрен сағылдыра: «Киләсәк фәне һәм мәғарифы», «Агрополис», «Һин – эшҡыуар», «PROспорт», «Инфоgram», «Илдең еңеүҙәре – быуындарҙың ғорурлығы», «ХеҙмәтШәп!», «Илдең йәштәр командаһы», «Мәҙәни БУМ!», «iVolga International».