Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2019, 12:10

Мәскәүҙәге күренекле яҡташыбыҙ менән Асҡында осрашыу үтте

Шәмбе көндө район хакимиәтенең ултырыштар залында күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара бәйләнештәр үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, Мәржәни фонды китапханаһы мөдире, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Йәмил улы Әхмәҙуллин менән осрашыу булды.

Урмияҙ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн илебеҙҙең баш ҡалаһында әүҙем йәмәғәтсе, билдәле фән эшмәкәре булып танылған яҡташыбыҙҙы күрергә, танышырға, уның фәһемле кәңәштәрен тыңларға Асҡындың 1-се һәм 2-се, Ҡубияҙ мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылары һәм ата-әсәләр килгәйне.

Осрашыуҙы район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин асып, фекер алышыу форматында йәнле итеп алып барҙы.

Читайте нас: