Эске һәм ауыл-ара юлдарҙы яҡшыртыу сиктәрендә “Феникс” йәмғиәте Яңы Муллаҡай — Солтанбәк юлын ремонт эштәрен башҡара. Эштең беренсе этабы үткән йыл уҡ башланғайны, ағымдағы йылда эштәр тамамланасаҡ. Был юл бик мөһим, сөнки Үрге Һөйән ауыл биләмәһен район үҙәге менән бәйләй.