Бөгөн Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә район хакимиәте башлығы Ришат Дихин менән тура элемтә уҙҙы. Ришат Марат улы өс сәғәт эсендә 40-ҡа яҡын һорауға яуап бирҙе. Һорауҙарҙы телефон аша шылтыратып та, шәхсән дә бирҙеләр. Электрон почтаға килгәндәре лә яуапһыҙ ҡалманы. WhatsApp аша ла бәйләнешкә инделәр.
Халыҡты күберәге юл һалыу, газ үткәреү кеүек һорауҙар борсой. Бынан тыш, төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин ителеш, авария хәлендәге бина, йорттарҙы һүтеү тураһында ла һорауҙар булды.