Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 18:06

Төлгөҙбашта үткән сараға юғары баһа бирҙеләр


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре был көндө ауылдың хөрмәтле кешеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтегәрәй Ғиззәтуллиндың хәлен дә белде. Бәхтегәрәй Зиннәтулла улы бик йәшләй һуғышҡа алынып, 1956 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Йырға-моңға ғашиҡ Наилә Закирйән ҡыҙы менән тормош ҡороп, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Бер улдары Афған һуғышы ветераны.

Өфө ҡунаҡтары башланғыс мәктәптә, балалар баҡсаһында һәм музейҙа ла булды.

Артабан сәхнәлә республикала киң билдәле, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө сығыш яһаны. Егеттәрҙең рухлы, патриотик йырҙарҙы яңыса яңғыратыуы, өҙләүе, башҡорт көйҙәренә бейетеүе, ил-ер именлеге өсөн аяттар уҡыуы кешеләр күңеленә көслө тәьҫир итте.

Сараға ҡунаҡтар юғары баһа биреп, бәйгелә уңыштар теләне.
Читайте нас: