Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 17:38

Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылы "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһенә ҡушылды

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтай ултырышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин “Айыҡ ауыл” республика конкурсына старт биргәйне. Был сарала дүрт — Төлгөҙбаш, Башҡортостан, Ҡарткиҫәк, Үршиҙе ауылдары ошо бәйгегә ҡушылыу теләген белдерҙе. Ошоноң менән бәйле, кисә Төлгөҙбаш ауылында тәүге ойоштороу ултырышы үтте. Унда Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы етәксеһе Гөлсара Килдеғолова ҡатнашты.
Сараның төп өлөшөнә тиклем Өфө ҡунаҡтары ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты. Бында ауылдың уңған ағай-апайҙары үҙҙәренең күҙҙең яуын алырлыҡ эштәрен ҡуйғайны. Әйтергә кәрәк, улар араһында бик боронғо таҫтамалдар, ырғаҡ менән бәйләнгән өҫтәл япмалары ла бар ине. Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ноғоманова һуғылған балаҫтар, йөҙ йыллыҡ күлдәктәр ҙә алып килгәйне. Күргәҙмәне бигерәк тә Гөлсара Шамил ҡыҙы ентекләп һәм һоҡланып ҡарап: “Халыҡтың иң матур ҡул эштәре өлгөләрен һаҡлағанығыҙ, шул уҡ ваҡытта заманса технологияларҙы үҙләштергәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә”, — тине.Тирмәлә ауыл уңғандары бешергән ризыҡтарҙан ауыҙ иткәндә лә, ул милли аш-һыуҙың төрлөлөгөнә хайран ҡалып, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының иҫ китмәле оҫта булыуҙарын билдәләне һәм рәхмәт әйтте.
Төлгөҙбаш, Олокүл, Яңы Ҡарыш, Уҫаҡлыйылға ауылдарынан һуғышҡа китеп, һәләк булған 107 яугирҙың, шулай уҡ иҫән ҡайтҡан 96 фронтовиктың исеме теркәлгән стелаға сәскәләр ҙә һалынды был көндө.
Сараны Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова алып барҙы. Ул бәйгенең ҙур әһәмиәте, Асҡында эшһөйәр, тырыш халыҡ йәшәүе, күп ауылдарҙың конкурста ҡатнаша алырлыҡ булыуы тураһында һөйләп, һүҙҙе ҡунаҡтарға бирҙе.
Өфө ҡунаҡтары бәйге шарттары, урындағы халыҡ менән һоҡланыуҙары, башҡорт телен, милли асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, айыҡ тормош алып барыу кәрәклеге тураһында һөйләне.
Сарала “Ағинәйҙәр” ойошмалары етәкселәре, ауыл старосталары, тыуған- яҡ тарихын өйрәнеүселәр ҙә үҙ һүҙен әйтте.
Читайте нас: