Республикала «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» 2014 йылдан уңышлы эшләп килә. Унда ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара. Уның ярҙамында ауылдарға йән инә, халыҡтың йәшәйеше ыңғай яҡҡа үҙгәрә.
Программала Асҡын районының Яңы Бағаҙы һәм Ҡыйғаҙы ауылдары проекттары еңеп сыҡты. Яңы Бағаҙыла һыу үткәргес ремонтланасаҡ (эштәр өсөн 1 510 166 һум талап ителә), Ҡыйғаҙы ауылында урамдар төҙөкләндереләсәк (1 380 000 һум).