Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Май 2019, 21:31

Еңеү көндә Ҡышлауйылға халҡы спектакль дә ҡараған

9 май көндө Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы халҡы Еңеү көнөн "Үлемһеҙ полк "менән ҡаршы алды. Обелиск янында байрам үткәрелде. Ауылыбыҙҙа иҫән ветерандар ҡалмаһа ла, был көн бик тулҡынландырғыс булды. Уларҙы иҫкә алдыҡ, шиғырҙар һөйләнек, йырҙар башҡарҙыҡ. Бер минут тынлыҡтан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштар өсөн ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалып, иҫтәлеккә фотоға төштөк.

Ә кис ауыл мәҙәниәт йортонда һәүәҫкәр артистар, уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (балаларҙы тәрбиәсе Г. Әхмәтшина әҙерләне) ҡатнашлығында концерт булды. Иң тәүҙә уҡыусылар Туфан Миңнуллиндың "Иптәш командир" исемле спектаклен күрһәтте. Ике сәғәткә һуҙылған концерт барыһына ла оҡшаны.


Эльмира Шәйхуллина.
Читайте нас: