Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2019, 17:37

Балтас районы Тушҡыр ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск асылды


Атайым Ғәйнелйән Ғәлиәхмәт улы һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа китә. Берлинғаса һуғыш юлдары үтеп, 1946 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Әсәйем Бибийыһан Ғәлина ауылдың башҡа ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә үҙҙәре аслы-туҡлы көн итһә лә, фронт өсөн тип колхозда тир түгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә ауылда бер генә һуғыш ветераны ла иҫән түгел. Шөкөр, Еңеүҙе фиҙаҡәр хеҙмәте менән яҡынайтҡан тыл эшсәндәре, хеҙмәт ветерандары бар.

Тушҡыр ауыл биләмәһе башлығы Булат Әғләмов һәм староста Айрат Вәхитов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында обелиск төҙөргә кәрәк тигән халыҡтың теләген тормошҡа ашырыу өсөн янып йөрөнө. Ниһайәт, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә аҡса бүленгәс эш башланды.

Мәрмәр ташҡа һуғыш яланында ятып ҡалғандарҙың һәм тыуған яғына Еңеү менән ҡайтҡандарҙың исемдәре яҙылды. Обелискыны урынлаштырыу староста Айрат Вил улы етәкселегендә оҫталар Ф. Нурыев, Ф Ғабдуллин, Н. Саҙертдинов, И. Әғләмов, Ф. Әссәпов, Ф. Мостафин, Р. Нурисламов, А. Шакиров, И. Солтанов, А. Исламшин, Ф. Сафин, Сәғдиевтар көсө менән өмәләрҙә эшләнде.

Элек ауыл халҡы тарафынан “Урал” колхозы баҡсаһында төҙөлгән обелиск реставрациялана. Ул яҙмыштарына ауыр һуғыш йылдары төшкән ата-бабаларыбыҙ иҫтәлеген кәүҙәләндереп, килер быуындарҙы тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырып торор. Ауыл ир-егеттәре староста Айрат Вәхитов етәкселегендә өмәләр ойоштороп, 9 май алдынан обелиск тирәһен тәртипкә килтерҙе. Клубта үҙешсән һәүәҫкәрҙәр концерт әҙерләй. Еңеү көнөндә үтәсәк митингыға, “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ. Шулай ҙур булмаған Тушҡыр ауылы ҙур эштәр, изге уйҙар менән Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын ҡаршылай.

Юҡ! Батырҙар үлмәй! Йәшәй улар

Һәйкәл булып, яҡты нур булып,

Һәйкәл янындағы сәскәләрҙә,

Күңелдәрҙә яҙғы йыр булып.

Үртәмәһен ерҙе һуғыш уты,

Ә йөрәкте — хәсрәт һағышы.

Тыныс күк аҫтында яңғыраһын

Балаларҙың шатлыҡ тауышы!

Гөлшат ИХСАНОВА.
Читайте нас: