Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2019, 17:16

Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы халҡы байрам да итә, мәрхүмдәрҙе иҫкә алырға ла онотмай

1 Май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын ҡышлауйылғалар көтөп алды. Студенттар, ситтә йәшәгәндәр туғандарын һағынып ҡайтып, ауыл тағы ла йәмләнде. Эльвира Зарипова менән Радик Ғатин ауыл мәҙәниәт йоротонда күңелле байрам да үткәрҙе. Унда йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡатнашты. Сара уйындар, конкурстар, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ә бөгөн ауыл халҡы, шулай уҡ ситтән ҡайтҡандар ҙа дәррәү булып зыяратта эшләне. Ауыл муллаһы Илшат Саттаров Ҡөрьән уҡып, ата-бабалар рухын шатландырҙы. "Тырматыу, ағастарҙы ҡырҡыу кеүек эштәр тамамланғас, зыярат яҡтырып ҡалды. Ҡайһы берәүҙәр кәртәләр буятты.Ҡаралмаған ҡәберлектәрҙе лә таҙарттыҡ. Улар араһында исемдәр ташҡа сүкеп яҙылған боронғолары ла бар", — ти өмәселәр.

Әйткәндәй, ҡышлауйылғалар ауылға яҡынса 1887 йылда нигеҙ һалынған булырға тейеш, тип фаразлай.
Читайте нас: