Студенттар үҙҙәре ҡыҙыҡһынған һәм шул йүнәлештә эшләгән темаларға сығыш яһаны, фән өлкәһен яңы асыштар менән байытты. Мәҫәлән, Айгөл Абдрахманованың "Төньяҡ - көнбайыш райондарҙың топонимик атамаларының структур үҙенсәлеге" темаһына башҡарылған сығышты студенттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Сөнки был юғары уҡыу йортонда башлыса ошо төбәктән студенттар уҡый.